Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәргә мышыға һунар итеү хоҡуғы бирелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

29 сентябрҙә Башҡортостандың Экология министрлығында (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86) республиканың дөйөм һунар биләмәләрендә мышы һәм ҡоралай атыу өсөн рөхсәт алыу хоҡуғына йәрәбә һалыу була. Республиканың 18 районында йәшәүселәр рөхсәт алыу хоҡуғына ғариза биргән. Йәрәбәлә ҡатнашҡан һунарсыларҙың исемлеге ведомствоның сайтында баҫылған.

19 августан республикала һыу ҡоштарына, ҡарағай урманы, һаҙлыҡ һәм ҡыр йәнлектәренә һунар асылған. 2017 йылдың аҙағына тиклем һуйыр, ҡор һәм өйрәк ауларға рөхсәт ителә. Августа йәрәбә барышында 41 һунарсы 10 районда һоро айыу атырға рөхсәт алды. 15 октябрҙән 15 ғинуарға тиклем тәбиғәтте һаҡлау министрлығы төлкөгә һәм ҡуянға һунар итеүҙе тыйҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть