Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡала халҡын төрлө йүнәлешле вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

28 сентябрҙә Өфөнөң мәшғүллек хеҙмәте иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре һәм милек формаһындағы предприятиелар ҡатнашлығында вакансиялар йәрминкәһен ойоштора.

Тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – администратор, бетон ҡойоусы, водитель, төрлө квалификациялы табиптар, инженер, кондуктор, кондитер, ҡыйыҡ ябыусы, ташсы, контролер, төҙөлөш һәм монтаж эштәре мастеры, шәфҡәт туташтары, менеджер, һауыт-һаба йыуыусы, биҙәүсе һәм плитәләр түшәүсе, уҡытыусы, балта оҫтаһы, һатыусы, автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса слесарь, мебель йыйыусы, слесарь-сантехник, тракторсы, токарь, штукатур, газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсе, электрик.

Бынан тыш, йәрминкәлә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Мәҫәлән, хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше, компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар биреү ҡаралған.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть