Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Полиция үҙ белдеге менән дауахананан ҡасҡан кешене эҙләй — Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә полиция үҙ белдеге менән ҡала психиатрия дауаханаһынан ҡасҡан ирҙе эҙләй. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Максим Родионов хәбәр итте.

«Әлеге ваҡытта дауахананан алынған мәғлүмәт буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре үҙ белдеге менән дауалау учреждениеһынан ҡасҡан кешене эҙләй», — тине ведомство вәкиле.

Бынан алдараҡ республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 26 сентябрҙә киске сәғәт 6-ға ҡарата министрлыҡҡа медицина учреждениеһында бөтә пациенттарҙың да үҙ урынында булыуҙары һәм стационар дауаланыу үтеүҙәре тураһында әйтәләр.  

Мәғлүмәтте асыҡлағандан һуң, төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Ҡусҡарбәкова пациенттың үҙ белдеге менән 1-се психиатрия дауаханаһынан ҡасыу осрағын раҫланы.

Дауахананан ҡасҡан иргә бәйле хәбәр 26 сентябрҙә социаль селтәрҙәрҙә киң таралыу алды. Билдәһеҙҙәр пациент тураһында мәғлүмәт һәм аудиояҙма тарата башланы, унда бер ҡатын маньяк, педофил хаҡында хәбәр итә. Йәнәһе лә ул клиниканан сыҡҡас, Совет районында йәшәгән әсәһенең өйөнә барған һәм кейем-һалымын алмаштырған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть