Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө FIFA донъя чемпионаты кубогын тантаналы рәүештә ҡаршы алды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Футбол буйынса донъя беренселеге трофейының ил буйлап сәфәре дауам итә. Өфө — илдең FIFA донъя чемпионаты кубогын ҡаршы алған дүртенсе ҡалаһы. Баш ҡалабыҙҙа уны 1 октябргә тиклем барып ҡарарға мөмкин.

Кубокты ҡаршы алыу тантанаһы Салауат Юлаев майҙанында ойошторолдо.

«Был 6 килограмм 175 грамлыҡ саф алтын. Трофейға дәүләт башлыҡтары һәм еңеүселәр генә ҡағыла ала», — тип аңлатты кубоктың ил буйлап турын ойоштороусылар.

123 көн эсендә трофей 27 меңдән ашыу саҡрым юл үтәсәк. Өфөлә FIFA донъя чемпионаты кубогын теләгән һәр кемгә барып ҡарарға була.

«Бөгөн беҙҙә футбол буйынса донъя чемпионаты туры барышында күркәм ваҡиға. Ошо кубок янында торғанда ҙур тулҡынланыу кисерәһең, сөнки бер йылдан был трофей еңеүсе команданың капитаны ҡулында буласаҡ, — тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. — Беҙ үҙебеҙҙең команда өсөн янып-көйәбеҙ. Республикабыҙҙа футбол яйлап үҫешә. Беҙ «Өфө» клубының һөҙөмтәләрен күрәбеҙ».

Һәр кем легендар трофей менән фотоға төшә ала. Ул баш ҡалала йәшәүселәрҙе  «Мега» сауҙа үҙәгендәге махсус сатырҙа көтә. Адресы: Рубежная урамы, 174. Кубокты ҡарау сайтта теркәлеү аша сират тәртибендә ойошторола.

Өфөнән һуң футбол трофейы Пермгә юллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть