Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Айрат Абушахманов: Минең спектаклем — «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабын уҡымаған тамашасылар өсөн

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Спектаклем «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабын  уҡымағандар өсөн тәғәйенләнә. Минең өсөн иң ҡыйыны — романды уҡып сығып, уны яратып өлгөргән тамашасылар», — тип белдерҙе матбуғат конференцияһында режиссер Айрат Абушахманов. Режиссер әйтеүенсә, спектакль романға иллюстрация түгел, ә Гүзәл Яхинаның шау-шыу ҡуптарған китабы буйынса сәхнәләштерелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 24-25 ноябрҙә яңы спектакль театрҙың 98-се ижад миҙгелендә беренсе премьера буласаҡ. Романдың инсценировкаһын Рәсәй драматургы Ярослава Пулинович яҙған. Спектаклдә труппаның күпселек өлөшө ҡатнаша.

«Эш ауыр бара. Китап бик еңел уҡыла — барыһы ла кинотаҫма кеүек күҙ алдында. Авторҙың романды киносценарий кеүек яҙғанлығы билдәле, шуға күрә бөтә образдар ҙа айырым кадрҙарҙа бирелгән. Ә театрҙа иһә бөтөнләй башҡа шарттар: мәҫәлән, театр 300 тотҡон ултырған баржаны батыра алмай. Шуға икенсе юлдан барабыҙ — беҙгә геройҙарҙың эске донъяһы, уларҙың кисерештәре мөһим», — тип билдәләне режиссер.

Айрат Абушахманов спектаклдә милли бәйләнеш булмауын, төп геройҙың призмаһы аша тотош Рәсәйҙең яҙмышы, бөтә илдең фажиғәһе сағылдырылыуын билдәләне.

«Беҙ Зөләйханың бәхет, улы өсөн көрәшеүен күрһәтергә теләйбеҙ. Әлеге тарихтың төп фекере — кешенең ҡот осҡос шарттарҙа ла кеше булып ҡалыуы», — тине режиссер.

Айрат Абушахманов был спектакль уның шәхси трилогияһының аҙағы буласағын әйтеп үтте. Тәүге икәүһе «Ҡара йөҙҙәр» һәм «Джут» ине.

Төп ролдә кем уйнаясағын режиссер әлегә сер итеп ҡалдырҙы. Образ өҫтөндә ике актрисаның эшләүе генә билдәле.

Художество советы костюмдарҙың эскизын ҡабул иткән, декорациялар эшләү дауам итә (рәссам — Альберт Нестеров). Спектаклдә йырҙар ҙа яңғыраясаҡ, көйөн композитор Илшат Яхин яҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть