Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

1 ғинуарҙан бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәй президентының май указдарында әйтеп үтелмәгән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 2018 йылдың 1 ғинуарынан — 4 процентҡа, ә 2019 һәм 2020 йылдарҙа 1 октябрҙән 4 процентҡа индексациялана. Был хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә.

Хеҙмәт министрлығы иҫәпләүҙәре буйынса, һүҙ 5,8 миллион кеше хаҡында бара. Киләһе йылда уҡ төбәктәрҙә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексациялауға 80 миллиард һум самаһы йүнәлтеү ҡаралған. Был 2017 йылғы кимәлдән ике тапҡырға юғарыраҡ.

«Беҙ кәрәк булған осраҡта 2019 һәм 2020 йылдарҙа ошо темаға тағы кире ҡайта алыуыбыҙҙан сығып эш итәбеҙ. МРОТ буйынса линейканың нисек эшләйәсәген ҡарарбыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин.

Уның һүҙҙәренсә, эшһеҙлек кимәленең артыуы һәм төбәктәрҙең аҡса етмәүе күҙлегенән бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин май указдарында телгә алынмаған бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексациялауҙы мөмкин тип иҫәпләүен белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть