Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт драма театрының «Самрау» студияһы һәләтле балаларҙы йыя

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Самрау» балалар театр студияһына 2017-2018 йылдарҙа шөғөлләнеү өсөн балалар йыялар. Яңы миҙгелде асыуға арналған матбуғат конференцияһында уҡытыусыларҙың береһе, актер Урал Әминев ошо хаҡта иғлан итте.

Студияға үҙен сәхнәлә һынап ҡарарға, ҡыйыу, ирекле һәм аралашыусан булырға теләгән 7 йәштән 17 йәшкәсә балалар саҡырыла. Актер оҫталығы, вокал, сәхнә телмәре, бейеү дәрестәре буласаҡ.

«Беҙҙең студияның асылыуына биш йыл ваҡыт үтте. Балалар бөтә спектаклдәргә, репетицияларға йөрөй, ҡайһы берҙә тамашаларҙа ла ҡатнаша», — тине Урал Әминев.

Уның әйтеүенсә, студия уҡытыусылары балаларҙан тап актер яһарға ынтылмай. Студияның төп маҡсаты — театр сәнғәтен ҡәҙерләгән, эске рухи донъяһы бай булған кешеләр тәрбиәләү. Шуның менән бергә студияла шөғөлләнеүселәр үҙҙәренең уңыштары менән дә ғорурлана: быйыл Йәнгүзәл Халиҡова Өфө сәнғәт институтының театр факультетына, Ынйы Сәғиҙуллина иһә Мәскәүгә Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына уҡырға инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть