Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

300-ләгән етештереүсе үҙ продукцияһына «Башҡортостан продукты» билдәһен ҡуйыу хоҡуғына эйә булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республиканың 300-гә яҡын етештереүсеһе үҙ продукцияһына «Башҡортостан продукты» билдәһен ҡуйыу хоҡуғына эйә булды.

Тауарҙың тышында урынлаштырылған «Башҡортостан продукты» билдәһе аҙыҡ-түлектең, туҡыма һәм күн изделиеларының, шулай уҡ халыҡ кәсептәре продукцияһының Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә етештерелгәнен һәм сифат, аҙыҡ-түлек именлеге өлкәһендә ҡануниәткә тап килеүен раҫлай.

«Башҡортостан продукты» проекты 2013 йылда башланып китте. Күбеһенсә урындағы сеймалда эшләүсе республика предприятиелары ғына үҙ продукцияһына «Башҡортостан продукты» билдәһен ҡуя ала.

«Башҡортостан продукты» билдәһен ҡуйырға рөхсәт алған тауарҙарҙың тулы исемлеге проекттың рәсми сайтында урынлаштырылған. Һатып алыусы алдында торған тауарҙың «дөрөҫлөгөн» еңел генә тикшерә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть