Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республика йәйгеһен балаларҙы сәләмәтләндереүгә 1,5 миллиард һум тотонған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда сәләмәтләндереү кампанияһы яҡынса 1,5 миллиард һумға төшкән һәм 210 мең ҡыҙ һәм малайҙы йәлеп иткән. Улар иҫәбендә ауыр тормош хәлендә булған, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, инвалид, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән, ҡасаҡ һәм мәжбүри күсенгән ғаиләләрҙәге балалар. Бынан тыш, төбәк уҡыусыларының бер өлөшө республиканан ситтә: Ҡара диңгеҙ буйында, Ҡырым Республикаһында, Бөйөк Британия һәм Болгарияның халыҡ-ара үҙәктәрендә ял итте. Йәйге кампанияның йомғаҡтары буйынса ял иткәндәрҙең 91 процентында сәләмәтләнеү һөҙөмтәһе асыҡ күренә.

Был мәғлүмәт Волга буйы федераль округындағы округ кәңәшмәһендә килтерелде. Балалар ялын ойоштороу – Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкилдең айырым контролендә.

Кәңәшмәлә тейешле эшмәкәрлек өлкәһен контролдә тотоусы төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, территориаль Роспотребназор, Рәсәй Эске эштәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы органдары вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, йәйге осорҙа төп эш йүнәлештәренең береһе булып үҫмерҙәрҙе ижтимағи-файҙалы эшмәкәрлеккә йәлеп итеү тора. Быйыл йәйгеһен 183 мең ҡыҙ һәм егет хеҙмәт эшмәкәрлегенә йәлеп ителде.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса төбәк башҡарма власть органдары етәкселәренә 2018 йылғы йәйге сәләмәтләндереү кампанияһы барышында балаларҙың шифахана-курорт учреждениеларында, ҡала һәм ҡала эргәһе лагерҙарында булыу осорон хәүефһеҙ һәм уңайлы итеп ойоштороу буйынса кәрәкле саралар ҡабул итергә йөкмәтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть