Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө сәйәхәтсеһе Башҡортостан хаҡында һөйләргә Балҡан илдәренә юлланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан эшҡыуары-йылҡысы һәм сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев Балҡан илдәренә юлланды.

«Теләһе ҡайһы сәйәхәтемдең маҡсаты – донъяны яҡшыраҡ аңлап белеү һәм донъяға Башҡортостан тураһында һөйләй», — тип һөйләй Денис.

Ул Черногорияла, Албанияла, Македонияла, Сербияла, Боснияла һәм Герцеговинала булырға ниәтләй.

«Һәр саҡ Европаның ошо мөйөшөндә булыу ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, сөнки ул бик үҙенсәлекле. Өҫтәргә кәрәк, унда ватандаштарыбыҙға визаһыҙ инергә мөмкин», — тип уртаҡлашты Денис «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә.

Денистың әйтеүе буйынса, ул иҫәп буйынса ниндәй илдәрҙә булыуын иҫләмәй, әммә «бына инде өс тиҫтәләгән илде аса». Кәрәкле илгә тиклем ул самолетта оса, ә урындағы ерҙәр буйлап йәмәғәт транспортында һәм автостоп менән йөрөй.

Сәйәхәтсе хостелдарҙа туҡтай. Денис хәҙер Черногориялағы Будва ҡалаһында урынлашҡан хостелда булыуын хәбәр итте, ә уның хужаһы яҡташыбыҙ Ҡырмыҫҡалынан Илдус Рауилов.

Денис Өмөтбаев тыуған төйәгендә Башҡортостанда йылҡысылыҡты тергеҙеүсе кеше булараҡ билдәле. Ул шулай уҡ башҡорт телен пропагандалай, уның Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын сит ил вәкилдәре уҡыған видеоролигын байтаҡ кеше ҡараған.

Теги: сәйәхәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть