Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең төнгө күктә ниндәй сағыу яҡтылыҡ күргәндәре билдәле булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Төбәктә кешеләрҙең төнгө күктә ниндәй сағыу яҡтылыҡ күргәндәре билдәле булды. Социаль селтәр ҡулланыусылары фотоһүрәттәр менән бүлешә.

«Известия» гәзитенең Рәсәй Оборона министрлығына һылтанып хәбәр итеүенсә, илдең стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре «Тополь-М» РС-12М континенталь-ара баллистик ракетаһын уңышлы осороп ебәрҙе. Ракета Әстрхан өлкәһендә Капустин Яр полигонынан старт алды һәм Ҡаҙағстанда Сары Шаган полигонындағы шартлы маҡсатҡа барып етте.

Осороуҙың маҡсаты континенталь-ара ракеталарҙы хәрби яҡтан ҡорамалландырыуҙы һынау ине. Алынған мәғлүмәтте ракетаға ҡаршы оборонаны еңеп сығыуҙың һөҙөмтәле сараларын әҙерләү өсөн файҙаланыу күҙаллана. Һуңынан Рәсәй баллистик ракеталарының перспективалы төркөмөн шулар менән ҡорамалландырыу ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть