Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә йыл башынан 110 кеше алкоголдән ағыуланып үлгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор республикала киҫкен химик этиология менән ағыуланыу хәлен анализлаған. Йыл башынан алып 1725 ағыуланыу осрағы теркәлгән. Уларҙан 283 кеше һәләк булған, һәләк булғандарҙың 111-е алкоголь менән ағыуланған.

Башҡортостан буйынса спитлы эсемлек менән ағыуланыу күрһәткесе 100 мең кешегә 21,3 тәшкил иткән. 14 административ биләмәләге күрһәткестәр республика кимәленән юғарыраҡ, уларҙан: 3-3,8 тапҡырға – Стәрлетамаҡта, Стәрлетамаҡ һәм Яңауыл райондарында; 2,1-2,9 тапҡырға – Яңауылда, Дүртөйлөлә, Дүртөйлө районында; 1,1-1,4 тапҡырға – Туймазы, Сибай, Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Күмертау ҡалаһында, шулай уҡ Мишкә, Өфө, Хәйбулла, Көйөргәҙе райондарында.

Шуныһы ҡыҙғаныс, алкоголь менән ағыуланғандар араһында өлкәндәр генә түгел, балалар менән үҫмерҙәр ҙә бар. Бөтәһе 19 кеше, уларҙан Күмертауҙан алты, Стәрлетамаҡтан һәм Салауаттан бишешәр, Ишембай ҡалаһынан һәм районынан, Көйөргәҙе районынан берешәр осраҡ.

Спиртлы эсемлектәр менән киҫкен ағыуланыу сәбәптәре булып күбеһенсә этил спирт (90,4 процент), суррогат алкоголь (2,8 процент), метанол (3,2 процент), метил спирт (0,8 процент) менән ағыуланыу тора, тигән мәғлүмәт килтерә төбәк Роспотребнадзор идаралығы.

Бынан тыш, дарыуҙар, медикаменттар һәм биологик (күрһәткес 100 мең кешегә 11,1 процент), наркотик матдәләр менән ағыуланыу осраҡтары (74 осраҡ) теркәлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть