Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан дәүләт университеты ғалимдары-химиктар Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр грантын отто

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡорт дәүләт университетының химия факультетының органик һәм биоорганик, физик химияһы һәм химик экологияһы кафедраһы хеҙмәткәрҙәре Рәсәй һәм халыҡ-ара йәш ғилми саралар ойоштороу проекттары конкурсында Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды грантын отто.

Башҡорт дәүләт университетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, профессорҙар Рифҡәт Тәлипов һәм Әхәт Мостафин етәкселегендә әҙерләнгән «Кислород һәм азот булған биологик әүҙем берләшмәләр химияһы проблемалары һәм ҡаҙаныштары» II бөтә Рәсәй йәштәр конференцияһын ойоштороу проекты 250 мең һум күләмендә Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды ярҙамын алды.

«Конференция үҙе 15-18 ноябрҙә үтә. Уның эшендә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 150-нән ашыу йәш ғалим ҡатнашасаҡ. Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәй Фәндәр академияһы Архивының ғилми-тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Александр Толстиков конференцияның рәйесе буласаҡ. Тематик пленар һәм телдән һөйләнгән сессияларҙан тыш, форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн «Органик берләшмәләрҙең биологик әүҙемлеген фаразлау алымы булараҡ виртуаль скрининг» һәм «Химияла һәм медицинала гетероциклик берләшмәләрҙең роле» тигән темаларға түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыласаҡ», тиелә юғары уҡыу йорто документында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть