Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Бәләбәй ҡағыҙ комбинаты йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Бәләбәй моноҡалаһында йәнә бер йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе барлыҡҡа килде – Бәләбәй ҡағыҙ комбинаты. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы хәбәр итеүенсә, предприятие 15 миллион һум инвестиция йәлеп иткән, ул етештереүҙе киңәйтергә һәм 24 яңы эш урынын булдырырға ярҙам итәсәк. Комбинат ҡағыҙ таҫтамалдар, ашъяулыҡтар, бәҙрәф ҡағыҙын етештерә.

Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусын алып, предприятие һалым ташламалары менән файҙалана аласаҡ. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре моноҡалаларҙың иҡтисадын үҫтереү, ҡаланы ойоштороусы предприятиеларға бәйле булмаған яңы етештереү һәм эш урындарын булдырыу өсөн ойошторолған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть