Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә иң яҡшы туристик туҡталыш билдәләнәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда иң яҡшы туристик туҡталышты һайлаясаҡтар. Конкурсты Башҡортостан  Экология министрлығы булышлығында Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе уҙғара. Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, комиссия ситтән тороп, фотоматериалдар буйынса биш дәғүәсене һайлаған. Еңеүсене билдәләр өсөн 20 октябргә ҡәҙәр улар буйлап йөрөп сығыу күҙаллана. Конкурста тәбиғи һәм милли парктар, ҡурсаулыҡтар, заказниктар ҡатнаша.

Иң яҡшы туҡталышты экологик яҡтан таҙа булыу (тәбиғәт мөхитенә иң кәм кире тәьҫир); туҡталыштарҙың һыу, утын, юлдар  менән тәьмин ителгәнлеге; уңайлыҡтары һәм хәүефһеҙлеге; маршрут линияһында урынлашыу буйынса һайлаясаҡтар. Иң яҡшы объекттар ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар менән наградланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть