Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республика һылыуы «Рәсәйҙең Мисс Студенты» конкурсында вице-мисс исеменә лайыҡ булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан һылыуы Зөһрә Мөхәрәмова «Рәсәйҙең Мисс һәм Мистер Студенттары» конкурсында вице-мисс титулына лайыҡ булды. Был хаҡта «Һылыуҡай-Bashkirian Beauty» студияһы етәксеһе Линара Таһирова хәбәр итте.

Һылыуға тажды Өфөнән икенсе һылыуыбыҙ – ШОС һәм БРИКс илдәренең Студентлыҡ королеваһы Гөлнур Зиннәтова кейҙерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мисс һәм Мистер Студент-2017» XI бөтә Рәсәй интеллект, ижад һәм спорт конкурсы Силәбелә уҙҙы. Еңеү өсөн илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 50 студент: 33 ҡыҙ һәм 17 егет көрәште. Конкурста Башҡортостан Республикаһы исеменән «Bashkirian Beauty» студияһы моделдәре: Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында 4-се курста уҡып йөрөүсе Зөһрә Мөхәрәмова һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика һәм робототехника факультетында шулай уҡ 4-се курста белем алыусы Данис Йосопов сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть