Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Асҡар Абдразаҡов ҡустыһы Илдар Абдразаҡты Тыуған көнө менән ҡотланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Асҡар Абдразаҡов ҡустыһы Илдар Абдразаҡовты Тыуған көнө менән ҡотланы. Билдәле йырсы үҙенең инстаграммаһына видеоҡотлау ҡуйған һәм бер туған ҡустыһын, шулай уҡ билдәле артисты ҡотлап, ошондай йылы һүҙҙәр яҙған:

«Тыуған көнөң менән, минең бер туған һәм яратҡан ҡустым! Һинең булыуыңа мин бик шатмын. Яҙмыш беҙгә ҙур бүләк эшләне, беҙ ошондай һөйөп-һөйөлгән һәм татыу ғаиләлә тыуғанбыҙ. Һиңә балаларыңды тәрбиләп үҫтереп, уларҙы иркәләтеп, һылыу ҡатыныңды яратып, ғаиләң өсөн терәк-таяныс һәм яҡлаусы булып тороуыңды теләйбеҙ. Ҡәҙерле туғаным, һиңә донъяның иң яҡшы сәхнәләрендә балҡып тороуыңды һәм үҙеңдең оҫталығың һәм матур тауышың менән әле күп-күп йылдар ҡыуандырыуыңды теләйем! Һаулыҡ һиңә һәм бар нәмәгә лә көсөң етһен! ».

Рәсәй басы Илдар Абдразаҡов – хәҙерге замандың иң ихтыяжлы опера бастарының береһе, «Грэмми» премияһы эйәһе, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, «Донъяның иң яҡшы басы» тигән маҡтаулы исемдәр алған. Кисә уға 41 йәш тулды.

Илдар Абдразаҡов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙ-үҙенә ҡотлау йырын урынлаштырған, уға коллегалары ла ҡушылып йырлаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть