Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан менән Омск өлкәһе Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хаҡы 200 миллиард һумлыҡ төбәк-ара кластер булдырасаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

27-29 сентябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында Башҡортостан менән Омск өлкәһе араһында кластер-ара килешеүгә ҡул ҡуйылсаҡ.

«Беҙ Омск өлкәһенең нефть-химия комплексын үҫтереү буйынса кластер-ара килешеү төҙөйбөҙ. Инвестицияларҙың күләме — яҡынса 200 миллиард һум. Эштәр нигеҙҙә Башҡортостан Республикаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡ көсө менән башҡарылырға тейеш», — тип белдерҙе «Башинформ» агентлығындағы конференцияла Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов.

Уның әйтеүенсә, һүҙ, атап әйткәндә, проект, инжиниринг, төҙөлөш-монтаж эштәре һәм ҡорамалдар әҙерләү хаҡында бара. Омск өлкәһендә нефть-химия комплексын үҫтереү планлаштырыла. Был уларҙың стратегик бурысы,«ысын мәғәнәһендә реаль стратегия һәм улар быны эшләйәсәк».

«Төбәк-ара, системалы рәүештә хеҙмәттәшлек итеү зарурлығы күптән өлгөрөп етте. Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып төбәк-ара кластер булдырабыҙ. Был, әлбиттә, заман талабы, һәм беҙ ошо өлкәлә беренсе булыуыбыҙға шатбыҙ. Ошондай проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн бер төбәктең генә хәленән килмәй. Һәр инвестиция программаһы проект, инженер-эҙләнеү эштәрен, ҡорамал әҙерләүҙе һәм төҙөлөш-монтаж эштәрен күҙ уңында тота. Республикабыҙҙа бындай компетенциялар бар. Беҙҙең файҙабыҙ ошо эштәрҙе үтәү өсөн подряд алыуыбыҙға ҡайтып ҡала. Өҫтәүенә беҙ башҡа төбәктәрҙең инвестиция башланғыстарын күрәбеҙ. Иң яҡшы тәжрибәгә йүнәлеш алған кеше һәр саҡ ота, — тип билдәләне Фәрхәд Самедов. — Омск өлкәһендә агробиотехнологик кластерҙы үҫтереү өлкәһендә байтаҡ эштәр башҡарылған. Беҙҙә иһә нефть һәм газ химияһы өлкәһендә һәйбәт компетенциялар бар. Эштәр менән алмашыу ҙа ошо төбәк-ара килешеү программаһына инә. Йәғни ул бөтөнләй сәйәсиләштерелмәгән, йөкмәткеле, практик документ. Унда дөйөм фразалар юҡ, ә бары алдағы 20 йылда нимә эшләргә йыйыныуыбыҙ хаҡында яҙылған».

ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы Башҡортостанда республика башлығы тәҡдиме буйынса 2015 йылдан алып уҙғарыла.Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул төбәк-ара хеҙмәттәшлекте, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙәге бәләкәй предприятиеларҙың экспорт ҡеүәтен нығытыу, халыҡ-ара бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү тәжрибәһе менән алмашыу өсөн абруйлы майҙансыҡҡа әүерелде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть