Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Вәсилә Фәттәховаға һәйкәл асыу: йырсы яҡындарын һәм табыныусыларын йәнә бергә йыйҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн Өфөлә ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Вәсилә Фәттәховаға ҡәбер ташы асылды. Сараны тормош иптәше Илгиз һәм йырсының яҡындары ойошторған. V хәрефе рәүешендәге (исемендәге беренсе хәреф) ҡара гранит һәйкәлгә уның киң билдәле портреты төшөрөлгән.

Асыу тантанаһына уның коллегалары һәм дуҫтары — билдәле йырсы Айҙар Ғәлимов, продюсер Радмир Усаев, Татарстандың эстрада йырсылары Ландыш Ниғмәтйәнова, Мөнир Рахмаев, уның ижадын һөйөүселәр йыйылды.

«Ул саҡта Вәсилә менән бәхилләшеү барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл булды, хәҙер беҙ быны аңлайбыҙ. Һәйкәл тереләргә, киләсәк быуындарға кәрәк, шуға күрә Илгизгә, алыҫтан килгән дуҫтарыма, коллегаларыма рәхмәтлемен, — тине Айҙар Ғәлимов. — Вәсилә ҡыҫҡа, әммә ҡайғы-шатлыҡ менән тулы сағыу ғүмер юлы үтте. Күп кенә сағыу мәлдәрен күрҙем, ул тормошто, сәнғәтте, ижадты яратты, ижад итте, шуның менән йәшәне, ул бик талантлы ине. Бөтә йырҙарын да башҡарып өлгөрмәне, ләкин йырланғаны мәңге йәшәйәсәк».

Айҙар Ғәлимов Вәсилә Фәттәхованың ғаиләһен һәм балаларын яратыуын, һәм иң үкенеслеһе — уларҙы үҙе тәрбиәләп үҫтерә алмаясағын билдәләне.

«Вәсиләнең арабыҙҙан китеүе коллегаларын, йәштәштәрен ғүмер, үҙе, һөнәребеҙ, ошо еңел булмаған тормошта һәм өлкәлә бергә булыу хаҡында уйланырға мәжбүр итте. Уның йырҙары бөгөн генә түгел, киләсәк быуындарға ла кәрәк. Рәхмәт, Вәсилә», — тип тамамланы һүҙен йырсы.

«Уның йырҙары һәр саҡ моңло булды. Ул гел тере тауышҡа йырланы. Вәсилә асыҡ, изге күңелле кеше, һөйөклө ҡатын һәм әсәй булып иҫтә ҡалды. Ул ысын мәғәнәһендә мөхәббәтле ҡатын-ҡыҙ ине», — тине йырсының коллегаһы Мөнир Рахмаев.

Танылған йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, «Тыуған яҡ» хитын башҡарыусы Вәсилә Фәттәхова 2016 йылдың ғинуарында бала тапҡандан һуң өҙлөгөп, вафат булды. Уға 36 йәш ине, уның ике балаһы ҡалды.

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть