Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Хеҙмәт министрлығы Рәсәйҙә иң юғары эш хаҡы түләнгән һөнәрҙәрҙе атаны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Хеҙмәт министрлығы рейтингына ярашлы, Рәсәйҙә иң отошлоһо — карап капитаны һәм һауа судноһы командиры булып эшләү. Был хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә.

2017 йылдың 1 июленә ҡарата вакансиялар хаҡындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә илдә иң юғары хеҙмәт хаҡы түләнгән унау исемлегенә океан капитаны (500 мең һум) һәм һауа судноһы командиры (320 мең) һөнәрҙәре ингән. Рейтингтың өсөнсө баҫҡысын алтын табыу сәнәғәтенең баш технологы биләй — айына 312 мең һум. Дүртенсе урында — хоккей буйынса баш тренер (300 мең һум), бишенселә — төҙөлөш участкаһы начальнигы ( 250 мең). Артабан табип-стоматолог (200 мең һум), хәүеф-менеджер (200 мең), инженер-электрик (195 мең), информатика һәм иҫәпләү техникаһы өлкәһендә аналитик (190 мең) килә. Икенсе пилот «Ҡиммәтле һөнәрҙәр» рейтингында унынсы урынды биләй (180 мең).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть