Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Көйәҙебаш ауылында дауыл эҙемтәләре тулыһынса бөтөрөлдө

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың Көйәҙебаш ауылында дауыл эҙемтәләре тулыһынса бөтөрөлдө. Быйыл август башында ауылда булған ваҡиғалар тураһында бер нәмә лә хәтерләтмәй, тип яҙа «Ауырғазы хәбәрҙәре» гәзите.

Дауыл һөҙөмтәһендә бик күп йорттар емерелде, ҡайһы берҙәрендә йәшәрлек түгел ине. Бик күп ағастар ауҙы, йорт ҡаралтылары, автомобилдәр зыян күрҙе.

Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән ауылды тергеҙеү өсөн Башҡортостан ҡаҙнаһынан яҡынса алты миллион һум бүленде. Аҡса зыян күргәндәрҙең иҫәбенә күсерелгән дә инде, тип хәбәр итте Батыр ауыл советы башлығы Флүр Дәминов. 63 хужалыҡҡа ярҙам күрһәтелгән. Аҡсаның суммаһы, тергеҙеү эштәренең майҙанына ҡарап, төрлөсә. Бынан тыш, дауылдан һуң шунда уҡ зыян күргән кешеләр матди ярҙам сифатында бишәр мең һум алды.

Хәҙер ауыл ҡәҙимге тормош менән йәшәй. Ундағы халыҡ республика һәм район етәкселегенә аңлауҙары һәм булышлыҡ итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть