Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Күмертауҙа Инвестиция пикнигына әҙерләнәләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

28 сентябрҙә Күмертауҙа Инвестиция пикнигы-2 уҙғарыла. Был көндә май экстракцияһы заводын асыу, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттарының заводтарына һәм Күмертау авиация етештереү предприятиеһына, «Төҙөкләндереүгә биш аҙым» программаһы объекттарына барыу ҡаралған.

Бер йыл элек тәүге инвестиция пикнигын үткәргән ваҡытта нигеҙ һалынған «Взлетный» паркын асыу төп ваҡиға булмаҡсы. «Киләсәкте үҙебеҙ үҫтерәбеҙ» акцияһы барышында Рәсәйҙәге монойүнәлешле ҡалаларҙың һаны буйынса 319 исемле алмағастан Моноҡалалар аллеяһы ултыртыласаҡ. Паркта барған сара Күмертау хакимиәтенең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә күрһәтеләсәк.

Ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Инвестиция пикнигында ҡатнашыусылар араһында Рәсәйҙең ҙур ҡалаларынан инвесторҙар, федераль үҫеш институттары вәкилдәре, Внешэкономбанк рәйесе урынбаҫары, «Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» өҫтөнлөклө программаһының рәйесе Ирина Макиева һәм Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Илья Кривогов бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть