Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфө хакимиәтендә йылытыу миҙгеленең башланыуы хаҡында иғлан иттеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфө хакимиәте тарафынан йылытыу миҙгеленең башланыуы тураһында ҡарарға ҡул ҡуйылды. Баш ҡалалағы күп кенә йорттарға ошо аҙнала уҡ йылылыҡ бирелә башлай.

Бөгөн мэриялағы оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүҙәренсә, өфөләрҙең һорауы буйынса йылылыҡты нормативҡа ярашлы ваҡыттан алдараҡ биреү хаҡында ҡарар ҡабул ителде.

Был шунда уҡ йылы буласаҡ тигәнде аңлатмай әле. Батареялар йылынырға тейеш, үҙәкләштерелгән йылытыу системаһы инерциялы, тип асыҡлыҡ индерҙеләр баш ҡала хакимиәтендә.

Ресурс менән тәьмин итеүсе компанияларҙың вәкилдәре, үҙ сиратында, балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙең 95 процентында йылылыҡ бирелгән, тип белдерҙе.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть