Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда эштән ҡыуылыу хәүефе янаған граждандарға эшен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәктәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Уҙған көндә Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында 2017 йылда төбәктең хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү өлкәһендә өҫтәмә саралар ҡабул ителде. Программа проектын Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әҙерләгән.

Проект тарафынан эштән ҡыуылыу хәүефе янаған ойошма хеҙмәткәрҙәренә йылдам профессиональ уҡытыу ойоштороуға; инвалидтарҙың стажировкаһына; өҫтәмә әүҙем мәшғүллек сәйәсәте сараларына йүнәлтелгән халыҡ мәшғүллеге өлкәһендә өҫтәмә саралар ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова аңлатыуынса, билдәләнгән сараларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә йылдам профессиональ уҡыуға тотонған 97 процент хеҙмәткәрҙәрҙең тулы мәшғүллек шарттарында эш урындары һаҡланасаҡ, стажировкала ҡатнашыусы инвалидтарҙың 60 проценты эшкә урынлаштырыласаҡ.

«Өҫтәмә сараларға 13,5 миллион – йылдам уҡытыуға һәм инвалидтарҙың стажировкаһына, ә ҡалған бөтә аҡса – 66 миллиондан ашыу – әүҙем мәшғүллек сәйәсәтенә йүнәлтеләсәк. Был ғәҙәти программа саралары. Быйыл бының өсөн беҙгә тәүгә аҡса өҫтәйҙәр», — тип хәбәр итте министр.

Әүҙем мәшғүллек сәйәсәтенең өҫтәмә саралары йомғаҡтары буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә эшмәкәрлек өлкәһен һайлау, эшкә урынлаштырыу маҡсатында 15 меңдән ашыу гражданға профессиональ йүнәлеш ойоштороу, шулай уҡ 2,5 мең самаһы эшһеҙ гражданға профессиональ һәм өҫтәмә профессиональ белем биреү күҙаллана.

Дөйөм алғанда, мәшғүллек өлкәһендәге өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыу 2017 йылда дөйөм эшһеҙлек кимәлен 5,7 процентҡа ҡәҙәр, теркәлгән эшһеҙлек кимәлен 1,1 процентҡа тиклем кәметергә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләнеләр Башҡортостан Хөкүмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть