Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Шиғри һүҙ оҫтаһын һайлаясаҡтар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Шиғри һүҙ оҫтаһын һайлаясаҡтар. Конкурс форматында ғәҙәти булмаған кисәне ноябрь айында Башҡорт опера һәм балет театрында уҙғарыу күҙаллана. Сара «Ҡурай» телеканалының «Йөрәк һүҙе» шиғри проектына тәүге йыллыҡ йомғаҡ яһаясаҡ.

2017 йылда проектың 56 тапшырыуы эфирға сыҡты. Унда билдәле яҙыусылар, шағирҙар, актерҙар, йырсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Финал өсөн уларҙан 12 дуэт һайланыласаҡ. 1 октябрҙән 30-на тиклем социаль селтәрҙә тауыш биреү үтәсәк.

«Проектыбыҙҙың йомғаҡлаусы шиғри кисәһен ысын башҡорт теле байрамы итеп эшләргә теләйбеҙ. Хәҙер ҙур әҙерлек эше бара», — тип һөйләне проекттың авторы Нәйлә Сәфәрғолова.

Быға оҡшаш проект – шиғри алыш йәки «Шиғри һүҙ буйынса беренсе чемпионат» 2015 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында үтте. Ул Әҙәбиәт йылын тамамлауға арналған Шиғриәт балы сиктәрендә уҙҙы. Шул саҡта Балға алты ай буйына «Рәсәй — Башҡортостан» телеканалында эфирға сыҡҡан проектта ҡатнашыусылар ғына түгел, мәҙәни йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә йыйылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть