Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Төбәктә уҡыусы инвалид балаларҙы спорт секцияларына яҙылыуҙы ойошторҙо

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Туймазы ҡалаһының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Реналь Хәбиров инвалид балалар өсөн асыҡ ишектәр көнөн уҙғарырға тәҡдим итте. Ошо башланғыс менән ул Туймазы районы хакимиәтенә сыҡты. Үҙенә бер төрлө балаларҙың проблемаларына вайымлы ир бала ошо көндө спорт түңәрәктәренә һәм секцияларына яҙыла алһындар өсөн муниципалитет биләмәһендә йәшәгән бөтә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы, ҡала һәм район спорт берләшмәләре етәкселәрен саҡырырға тәҡдим итте. Реналдең ата-әсәһе урындағы тренерҙарҙы ошо йүнәлештә эшләү спецификаһына өйрәтеү өсөн белгестәрҙең килеүен ойошторорға ниәтләнә.

Район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов Хәбировтар ғаиләһенең башланғысын хупланы. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн асыҡ ишектәр көнөн йома, 29 октябрҙә, «Туймазы-Арена» универсаль спорт боҙ комплексында уҙғарырға ҡарар ителде. Оҡшаған спорт төркөмдәренә яҙылыуҙан тыш, сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да бүләктәр һәм тәмлекәстәр көтә, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть