Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Билдәле музыкант Рәмил Ғәйзуллин Ҡаҙағстанда башҡорт сәнғәте менән таныштырҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Билдәле ҡурайсы Рәмил Ғәйзуллин «Музыкальная Сарыарка» ХIХ халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Фестиваль Карагандала (Ҡаҙағстан) үтте. Унда Ҡаҙағстандан, Рәсәйҙән, Үзбәкстандан, Ҡырғыҙстандан, Әзербайжандан, Төркиәнән, Швейцариянан, Израилдән, Америка Ҡушма Штаттарынан профессиональ башҡарыусылар һәм коллективтар ҡатнашты.

Башҡортостан музыканты Татимбета исемендәге академия хоры менән сығыш яһаны. Импровизация менән «Урал» халыҡ йырын уйнаны, яңғыҙы «Ғилмияза»ны башҡарҙы, «Азамат» йыры һәм Нур Дауытовтың «Фатима» пьесаһы менән дирижерлыҡ итте.

Маэстро шулай уҡ Ҡаҙағстандың атҡаҙанған эшмәкәре, профессор, «Төрксой» халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеиновтың 70 йәшенә арналған «Дуҫтарым – минең байлығым» гала-концертында ҡатнашты. Уның хөрмәтенә йондоҙҙар аллеяһында иҫтәлекле билдә ҡуйылды.

«Карагандала тәүгә сығыш яһаным. Ҡаҙаҡтар өсөн башҡорт көйө һәм ҡурай ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Беҙҙе Караганда өлкәһе аҡымы ҡабул иткәндә бөтә музыканттар исеменән ҡурайҙа уйнауымды һоранылар. Бындай башҡорт сәнғәтен пропагандалаусы сәфәрҙәр республикабыҙ өсөн бик мөһим, — тип һөйләй Рәмил Ғәйзуллин. — Октябрь һәм ноябрь айҙарында мине йәнә Астаналағы һәм Карагандалағы концерттарҙа ҡатнашырға саҡырҙылар».

Рәмил Ғәйзуллин – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын ойоштороусы. Кисә ул үҙенең тыуған көнөн билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть