Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың 100 йыллығына Башҡортостандың хәҙерге шиғриәт антологияһы әҙерләнә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Республиканың 100 йыллығына Башҡортостандың хәҙерге шиғриәт антологияһы әҙерләнә. Был турала Башҡортостан Яҙыусылар союзы Идараһы рәйесе Зәки Әлибаев белдерҙе. Өс томлы баҫмаға бер нисә телдә Башҡортостан шағирҙарының әҫәрҙәре инәсәк.

«Урыҫ телендәге томды әҙерләү – Башҡортостандың урыҫ телле яҙыусылар активы өсөн етди һынау, уларҙың күбеһе – К. Андрианова-Книга, В. Богданов, Н. Грахов, В. Денисов, Г. Кацерик, Л. Колоколова, Р. Паль, С. Чураева, С. Янаки – башҡорт һәм татар иптәштәренең шиғриәттәрен тәржемәләү менән күптән инде билдәле», — тине яҙыусы, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин.

Йәйге ялдан һуң Башҡортостан Яҙыусылар союзының Урыҫ телле яҙыусылар берләшмәһенең тәүге осрашыуында Башҡортостандың хәҙерге урыҫ телле яҙыусылар берләшмәһендәге эштәрҙең торошо хаҡында һөйләшеү булды. 2017-2018 йылдарға эш планы тикшерелде һәм раҫланды. Шағир һәм тәржемәсе Сергей Янакиҙы дуҫтары һәм фекерҙәштәре 65 йәше менән ҡотланы, уның республика мәҙәниәте мәнфәғәтендәге эшмәкәрлеге Урыҫ телле яҙыусылар берләшмәһенең һәм «Бельские просторы» журналының дипломы менән билдәләнде.

Теги: әҙәбиәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть