Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала YTO Ҡытай тракторҙарын йыя башланылар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

«Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Шишмә филиалында YTO фирмаһы тракторҙарын йыя башланылар. Быйыл йәйгеһен Ҡытайҙан республикаға алты тәгәрмәсле трактор комплекты килде. Дүрт моделе йыйылған да инде һәм төрлө шарттарҙа тикшерелгән. Белгестәр был техника тартыу-эләктереү һәм яғыулыҡты экономиялау сифаттары буйынса Рәсәйҙә етештерелгән ошондай кластағы тракторҙарҙан ҡалышмай тигән һығымтаға килде.

Уртаҡ Башҡортостан-Ҡытай етештереү эше Башҡортостанда 80-220 ат көсө ҡеүәте менән YTO тракторҙарын етештереү буйынса завод төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан Ҡытайҙың «Чжифан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компанияһының инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Күҙалланған инвестициялар күләме 2 миллиард доллар тәшкил итәсәк. Проект ҡеүәте буйынса йылына — өс-биш мең трактор йыйыу, 10 меңдән ашыу етештереү көтөлә.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республика агросәнәғәт комплексы предприятиеларының урындағы йыйылған тракторҙарҙы ярты хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ – ярты хаҡын субсидиялар ҡаплаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть