Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Дагомыста «Бөтә Рәсәй» XXI журналистар фестивалендә Башҡортостан Республикаһы менән таныштырып үттеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Дагомыста «Бөтә Рәсәй» XXI журналистар фестивале майҙансығында Башҡортостан Республикаһы менән таныштырып үттеләр.

Журналистарҙы Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов ҡотланы. Таныштырыу сараһында Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Элемтә һәм һәм киң коммуникациялар министрлығы ҡарамағындағы Төбәк матбуғат киң мәғлүмәт саралары буйынса эксперт совет ағзаһы, «Өфө» журналы һәм «Уфимские ведомости» гәзите баш мөхәррире Галина Ишмөхәмәтова, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто генераль директоры Венера Хәкимова, шағирә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева сығыш яһаны.

Презентация сиктәрендә БАССР-ҙың ойошторолоуына 100 йыл һәм республиканың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған «Алтын ҡурай» халыҡ-ара конкурсы хаҡында иғлан ителде. Проектты 2017-2019 йылдарҙа тормошҡа ашырыу күҙаллана. Конкурс маҡсаттарының береһе – Башҡортостанды Рәсәй һәм сит ил киң мәғлүмәт сараларында аһәңле, хәрәкәтсән үҫешкән һәм күп быуаттар буйына толерантлыҡ йолаларын һаҡлаған, халыҡ шағиры ижадында ла төп урын алған төбәк булараҡ киң танытыу.

Таныштырыу сараһына 1000 дана тираж менән презентация материалдарынан торған «Өфө» журналының махсус һаны донъя күрҙе. Фотокүргәҙмәләр ойошторолдо һәм милли аш-һыуҙан ауыҙ итергә булды, Артур Ғайсаров башҡарыуында башҡорт музыка ҡоралында – ҡурайҙа халыҡ көйҙәре яңғыраны.

«Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән байрам ҡунаҡтары ҡурайсыбыҙҙы уратып алды, ҡорал менән ҡыҙыҡһынды, фотоға төштө, тағы уйнауын һораны. Франция журналисы ҡурай тураһында яҙырға вәғәҙә итте, — тип һөйләне Гөлназ Ҡотоева. — Беҙҙең милли аш-һыу ҙур уңыш менән ҡулланды. Айырыуса, әлбиттә, бал популяр булды».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть