Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика халҡын «Әсә теленә рәхмәт» хәйриә акцияһына ҡушылырға саҡыралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостан халҡын республика Мәғариф министрлығы башлап ебәргән «Әсә теленә рәхмәт» хәйриә акцияһына ҡушылырға саҡыралар.

«Һеҙ әсә теле уҡытыусыларына ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтә – дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ, заманса, бай йөкмәткеле итә алаһығыҙ, — тип мөрәжәғәт итәләр республика халҡына ведомствола. — Акция барышында өй китапханаһынан туған телдәге китапты сканер аша үткәреп бүләк итергә һәм уны сайтҡа урынлаштырырға; мәктәп өсөн гәзиткә йәки журналға яҙылырға, мәктәп программаһынан әҫәрҙәр менән слайдтар эшләргә һәм медиатеканы тулыландырырға мөмкин. Һеҙҙең ижадығыҙ туған телдәрҙе үҫтереү өсөн мөһим – профессионалдарҙы яҙҙырығыҙ, оҫталарҙы һәм меценаттарҙы ҡушылырға саҡырығыҙ».

Акцияның координаторы — Гүзәлиә Исхаҡова, телефоны: (347) 218-03-53

Материалдарҙы «Бәйләнештә»ге Башҡортостан Мәғариф министрлығы берләшмәһенә йәки Ishakova.GI@bashkortostan.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть