Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 3,5 миллион тонна иген йыйылған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда бөгөнгә 3 миллион 517 мең тонна иген йыйылған, тип хәбәр ителәр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1,6 миллион гектар майҙанда сабылған, 1,6 миллион гектарҙа (92 процент) – һуғылған.

Уҙған ял көндәрендә бесән эшен Стәрлебаш, Бәләбәй, Баҡалы, Шаран, Краснокама, Иглин, Благовещен районы аграрийҙары тамамлаған. Хәйбулла районы – әлегә урып йыйыу эше тамамланған берҙән-бер төбәк. Уртаса уңыш гектарынан 14,3 центнер тәшкил иткәндә хәйбуллалар 104,8 мең тонна иген йыйған. 13 район ауыл хужалығы предприятиелары 100 мең тоннанан ашыу иген йыйған. Иң юғары күрһәткестәр стәрлетамаҡтарҙа – 182,8 мең тонна. Ағымдағы аҙна аҙағына урып йыйыу кампанияһы тулыһынса тамамланырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть