Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Бөгөн республика мәктәптәрендә уҡыусыларҙың бөтә Рәсәй олимпиадаһы башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Бөгөн республиканың барлыҡ дөйөм белем биреү мәктәптәрендә бөтә Рәсәй олимпиадаһының беренсе (мәктәп) этабы башланды. Ул 1 ноябргә тиклем дауам итә.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында интеллектуаль бәйгенең мәктәп этабы муниципаль предмет-методик комиссиялар әҙерләгән эштәр буйынса ойошторола. Олимпиада 21 дөйөм белем биреү предметы буйынса уҙа, улар араһында математика, информатика, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, технология, физик культура, рус теле, әҙәбиәт, сит телдәр, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ, биология, физика, астрономия, география, экология, иҡтисад, донъяуи художестволы мәҙәниәт фәндәре бар.

Олимпиада дүрт этапта үткәрелә. Тәүгеһе — мәктәптә, икенсеһе — муниципаль, өсөнсөһө — төбәк кимәлендә. Һуңғы, дүртенсе этап — олимпиаданың финалы Рәсәй субъекттарында ойошторола. Финалда бөтә илдән иң көслө уҡыусылар ғына ҡатнаша.

Олимпиада уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен, ғилми һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуҙарын асыҡлауға һәм үҫтереүгә, һәләтлеләрҙе дөйөм белем биреү дисциплиналары буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең йыйылма командалары составына һайлап алыуға йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть