Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә башланғыс кластар уҡытыусыһына һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итәләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте өфөләргә Спорт һарайы янында урынлашҡан скверға исем һайларға, шулай уҡ ошонда башланғыс кластар уҡытыусыһына һәйкәл ҡуйыу-ҡуймауға ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерергә тәҡдим итә.

Һәйкәл ҡуйыу идеяһы менән республикабыҙҙа берҙән-бер Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы, Башҡортостандың беренсе халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина сығыш яһаған. Уның фекеренсә, беренсе уҡытыусыға арналған һәйкәл һәр кешегә мәктәп менән бәйле ҡыуаныслы һәм сағыу мәлдәрен хәтерләтеп торор, өфөләр ошо скверға килеп, үҙҙәренең тәүге уҡытыусыһын иҫкә төшөрөр ине.

Ҡала халҡы «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә скверға исем һайлауҙа ҡатнаша һәм һәйкәл ҡуйыуға ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерә ала.

Әйткәндәй, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында һәм сит илдәрҙә лә уҡытыусыға һәйкәлдәр бар. Беренсе уҡытыусыға бағышланған таш композицияларҙы Орел, Һарытау, Ульяновск, Волгоград ҡалаларында, Ростов өлкәһенең Матвеев-Курган ҡасабаһында, Курскиҙа, Ырымбурҙа күрергә мөмкин. Стәрлетамаҡта ла уҡытыусыға скульптура асылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть