Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ике бала әсәһе Ольга Емельянова хәбәрһеҙ юғалған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Салауат ҡалаһында туғандары хәбәрһеҙ юғалған Ольга Емельянованы эҙләй. «Башинформ» агентлығына ҡатындың апаһы һөйләүенсә, Ольга 22 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-се яртылар тирәһендә эштән сыҡҡан — салон Космонавтар бульвары, 30 адресы буйынса урынлашҡан. Әлегә тиклем уның ҡайҙалығы билдәһеҙ. Телефоны яуап бирмәй. Полицияға эҙләү тураһында ғариза яҙылған.

Ҡатын фотолағы кеүек кейенгән. Туғаны әйтеүенсә, өйҙә Ольганы ире һәм ике балаһы — ун йәшлек Денис һәм ике йәшлек Кристина көтә. Туғандары Ольга Емельянованың ҡайҙа икәнлеген белеүселәрҙең барыһын да 02 йәки 8-987-60-44-842 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорай.

Теги: эҙләү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть