Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала ураҡ-2017 аҙағына яҡынлаша

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда иген йыйыу 30 сентябргә тамамлана, тип хәбәр итте республика хөкүмәте президиумы ултырышында ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Тулайым йыйым 3,3 миллион тоннанан да кәмерәк булмаҫҡа тейеш.

Иген етештереүҙең артыуының төп резервы — ужым культураларын сәсеү майҙандарын киңәйтеү, тип иҫәпләйҙәр ведомствола. Улар яҙғы культуралар менән сағыштырғанда юғарыраҡ уңыш бирә. Ужым бойҙайының уртаса уңышы — гектарынан 26 центнерҙан ашыу, ужым арышыныҡы — 21 центнер самаһы. Технологияларҙы теүәл үтәгән бер нисә хужалыҡ  гектарынан 50 центнерҙан күберәк алды, тип хәбәр итте министр.

Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә ямғырлы көндәр уңышты йыйып алырға ҡамасаулай, тип хәбәр итәләр федераль Ауыл хужалығы министрлығында. Себерҙә, Төньяҡ-Көнбайыш федераль округында һауа шарттары бик ҡатмарлы. Йылы етмәү сәбәпле кукуруздың уңышы бик насар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть