Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Бөгөн FIFA футбол буйынса донъя чемпионаты кубогын Өфөгә килтерәләр

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Бөгөн, 25 сентябрҙә, FIFA футбол буйынса донъя чемпионаты кубогын Өфөгә килтерәләр. Үҙенсәлекле трофейҙы республиканың баш ҡалаһында 1 октябргә тиклем барып ҡарарға мөмкин.

Кубокты сәләмләү тантанаһы 27 сентябрҙә Салауат Юлаев майҙанында уҙа.

29 һәм 30 сентябрҙә, шулай уҡ 1 октябрҙә теләгән һәр кем FIFA футбол буйынса донъя чемпионаты кубогын күрә һәм «МЕГА» сауҙа үҙәгендә легендар трофей менән фотоға төшә ала.  

Сара барышында махсус әҙерләнгән күңел асыу программаһында ҡатнашырға мөмкин.

Бынан тыш, Өфөлә рәсми кубокты билдәле футболсы Сергей Семак етәкселегендә «Өфө» футбол клубының спорт мәктәбенә, терәк-хәрәкәт итеү аппараты зарарланған балалар өсөн 13-сө махсус дөйөм белем биреү мәктәп-интернатына, шулай уҡ 16-сы гимназияға — күп функциялы спорт комплексы менән йыһазландырылған мәктәпкә алып барыу ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

27 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә «Башинформ» агентлығында ошо сараға арналған матбуғат конференцияһы була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть