Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда һәләк булған альпинист ҡыҙҙың кәүҙәһе туғандарына тапшырылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостандың Белорет районында ҡаянан ҡолаған альпинист ҡыҙҙың кәүҙәһе туғандарына тапшырылды. Кисә социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта мәғлүмәт күренде.

«Белорет районында ҡаянан осҡан альпинистың кәүҙәһе бөгөн бөтә кәрәкле ҡағыҙҙарҙы тултырғандан һуң атаһына тапшырылды. Ир кеше һәләк булған ҡыҙҙҙың тыуған ҡалаһына — Екатеринбургка юлланды. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса тикшереү алып бара. Был минутта йәнә мәрхүмәнең туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәре һәм көсөнән килгәнсә ярҙам күрһәткән кешеләргә, шул иҫәптән туристарға рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Шул уҡ ваҡытта беҙ төбәктәге ашығыс хеҙмәттәрҙең эше икенсе төрлө булырға тейешлеген аңлайбыҙ. Белорет районында теркәлгән ошо осраҡ хаҡында һүҙ алып барғанда ҡотҡарыусыларҙың тиҙерәк һәм берҙәмерәк эшләй алмағанын билдәләп үтергә кәрәк», — тип хәбәр итә социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Йәшелдәр» төбәк партияһының лидеры Руфина Шаһапова.

23 сентябрҙә көндөҙ Екатеринбург ҡалаһынан дүрт турист Инйәр тештәре һыртына күтәрелә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, төшкән саҡта 25 йәшлек ҡыҙ һәм 31 йәшлек егет бейеклектән ҡолай. Ҡыҙ шул урында һәләк була, ә егет Белорет ҡалаһы дауаханаһына оҙатыла.

Әлеге ваҡытта фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана. Ҡыҙҙың һәләк булыу осрағы буйынса тикшереү алып барыла, тәфтишсе ваҡиға урынына юлланған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть