Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивален үткәреү ваҡыты күсерелде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивален үткәреү ваҡыты күсерелде. Кино фестивале 12-14 октябрҙә түгел, ә 8-10 декабрҙә ойошторола. Был хаҡта сараның рәсми сайты хәбәр итә.

IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивале милли һәм этник йүнәлештәге фильмдар төшөргән кинематографистарҙың ижадын популярлаштырыу өсөн уйланылған. Ғаризалар 1 сентябргә тиклем ҡабул ителде. Өс көнгә Өфө мәҙәни үҙәккә әүереләсәк һәм төрлө төбәктәрҙән, илдәрҙән режиссерҙарҙы, актерҙарҙы, продюсерҙарҙы йыясаҡ. Фильмдарға инеү — бушлай.

Кинофестивалде ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте булышлығында «Башҡортостан» киностудияһы.

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть