Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә йәнә сауҙа үҙәктәренән халыҡты эвакуацияланылар

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ял көндәрендә Өфөлә бер юлы «Мега», «Леруа Мерлен», «Үҙәк», «Йәйғор» сауҙа үҙәктәренән кешеләрҙе эвакуацияланылар. Сыҡҡанда шунда уҡ тығындар барлыҡҡа килде.

Халыҡҡа эвакуация «техник сәбәптәр буйынса» үткәрелә тип иғлан ителде. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, эвакуацияға шикле әйберҙәр хаҡында хәбәр сәбәпсе булған. Урында эттәр менән кинологтар эшләне.

Кисә лә ошоға оҡшаш хәбәр арҡаһында ҡунаҡхананан «Өфө» футбол командаһы уйынсылары эвакуацияланды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ ҡына, 10 сентябрҙә, Стәрлетамаҡта бер юлы өс сауҙа үҙәгенән кешеләрҙе эвакуацияланылар, 11 сентябрҙә иһә  баш ҡалалағы өс сауҙа үҙәгендә шундай уҡ хәл теркәлде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть