Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнән Артем Алексеев Мәскәү марафонында йәнә еңеүсе булды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рәсәй еңел атлетсыһы, Өфөнән Артем Алексеев Мәскәү марафонында еңеүсе булды. Был турала «Известия» гәзите хәбәр итә.

28 йәшлек спортсы Мәскәү марафонында икенсе тапҡыр еңеү яуланы. Ул аралыҡты 2 сәғәт 14 минут та 13 секундта үтте. Бер йыл элек спортсы рекорд ҡуйҙы – 2 сәғәт 13 минут та 40 секунд.

24 сентябрҙә Мәскәүҙә бишенсе Мәскәү марафоны уҙҙы, унда 70 дәүләт граждандары ҡатнашты. Быйыл сарала бөтәһе 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Артем Алексеев Мәләүездә тыуған, хәҙер Өфөлә йәшәй. Эске эштәр министрлығы институтын тамамлаған. Тәүге марафонын 2013 йылда йүгерә.

Теги: марафон
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть