Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфө композиторы Марат Татурас башҡорт телен яҡлап интернет-проект асты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфө музыканты, композитор һәм аранжировкалаусы Марат Татурас (Фәйзуллин) башҡорт телен яҡлап интернет-проект асты. Ул «Afarin Records» интернет-нәшриәтен эшләтеп ебәрҙе. Проект донъяның эре магазиндарында башҡорт музыкаһын законлы рәүештә урынлаштырасаҡ.

«Башҡорт теленә ярҙам итергә һәм мин, яҡташтарым яратҡан йырҙар, көйҙәр Ер шарыбыҙҙың бөтә мөйөштәрендә лә яңғырай алырлыҡ итеп эшләргә булдым», — тип хәбәр итте музыкант «Башинформ» агентлығына.

Музыкант һөйләүенсә, ул башҡорт телендә башҡарыусыларға бөтә донъяла ишетелеү мөмкинлеген бирергә теләй. Уның һүҙҙәренсә, нәшриәт йорто коммерция, сәйәси ойошмалар менән бәйле түгел.

«Продюсер булараҡ был минең шәхси теләгем. Ул сәйәси акция түгел һәм минең власть структураларында кемдеңдер яғында булыуымды аңлатмай. Был яратҡан башҡорт мәҙәниәтен таратыуҙа минең индергән өлөшөм», — тип билдәләне Марат Татурас. Ул вәғәҙәләүенсә, яҡын ваҡыт эсендә сайт эшләй башлаясаҡ, әлегә башҡорт музыкаһын киң таратыу эше социаль селтәрҙәрҙә башланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть