Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Төбәктә кукурузды силосҡа йыйыу эштәре бара

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда кукурузды силосҡа йыйыу бара. Балтас, Мишкә, Баймаҡ, Белорет һәм Салауат районы хужалыҡтары был эште тамамлаған да инде. БР Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республика буйынса бөгөнгә 2,06 миллион тонна (125 процент) сенаж, 569 мең тонна силос (38 процент) әҙерләнгән. Бесән һәм фураж игенен иҫәпкә алыу менән шартлы мал башына 25,7-шәр центнер мал аҙығы берәмеге (22-23 центнер мал аҙығы берәмеге етерлек тип иҫәпләнә) тупланған. Балтас, Ҡалтасы, Краснокама һәм Яңауыл районы ауыл хужалығы предприятиелары һәр баш эре мөгөҙлө малға 31-34-шәр центнер мал аҙығы берәмеге эшләгән.

Белгестәрҙең фекеренсә, ҡышҡыһын һыйырҙы туҡландырыуға уртаса 6 тонна самаһы бесән, 4 тонна силос, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ талап ителә. 2016 йылдың 1 октябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан иң күп эре мөгөҙлө мал иҫәпләнгән төбәк булып һанала – 1,12 миллиондан ашыу. Рәсәйҙә дөйөм эре мөгөҙлө мал һаны буйынса республиканың өлөшө 5,8 процент тәшкил иткән. Икенсе урында – Татарстан (1,03 миллион баш, дөйөм Рәсәйҙә мал иҫәбе өлөшө 5,3 процент). Өсөнсөлә – Дағстан (1 миллион баш һәм өлөшө 5,2 процент).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть