Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда меңдән ашыу пенсионер никахҡа ингән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда 2016 йылда 60 йәштән өлкәнерәк 680 ир-ат һәм 389 ҡатын-ҡыҙ никахын теркәгән. Уларҙан 91 ир-егет һәм 48 ҡатын-ҡыҙ быны тәүгә эшләгән. Был мәғлүмәтте Башҡортостанстат Оло йәштәгеләр көнөнә арналған сығарылышта килтерә. Белгестәр билдәләүенсә, өлкән быуын вәкилдәре иҡтисади ғына түгел, ғаилә ҡороу әүҙемлеген дә һаҡлап ҡала, был ғүмер оҙонлоғоноң артыуы менән бәйле.

Хәҙерге заман пенсионерҙары 20-30 йыл элекке оло быуын вәкилдәренә ҡарағанда юғары белем кимәленә эйә. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса 60-64 йәш төркөмөндә 1000 кешенән 610-ы ниндәйҙә булһа профессиональ, шул иҫәптән 169 өлкән кеше юғары белемгә эйә ине. 65-69 йәш төркөмөндә – 461 кеше белемле һәм 140-ы юғары белемле. 2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса, 60-64 йәштәгеләр араһында – 20 процент самаһы, 65-72 йәштәгеләрҙә 5 проценттан ашыуыраҡ эшен дауам итеүселәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть