Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә эшһеҙҙәргә үҙ бизнесын асыуға 60 мең һумлап аҡса алырға мөмкин

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә эшһеҙҙәргә үҙ бизнесын асыуға 58,8 мең һум аҡса алырға мөмкин. Ҡаланың Совет районы хакимиәте хәбәр итеүенсә, аҡса алыу өсөн Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә иҫәпкә торорға, бизнес-план тәҡдим итергә һәм конкурс һайлауын үтергә кәрәк. Юридик берәмек асырға талап ителгәндә ойошма уставының проектын яҙыу шарт. Дәүләт иғәнәһен түләүгә, мисәт һәм штамп эшләүгә сығымдар кире ҡайтарыласаҡ. Был субсидиялар «Эшһеҙ граждандарға үҙмәшғүллегенә булышлыҡ итеү» программаһы сиктәрендә бирелә. Мәғлүмәтте (347) 282-45-54 телефоны йәки Бессонов урамы, 2а адресы (3-сө ҡат, 7-се бүлмә, «Мир» фирмаһы» туҡталышы) буйынса алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть