Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәк халҡының икеләтә фамилиялары барлыҡҡа килеүе ихтимал

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда яңы тыуған сабыйға исем һайлауҙа икеләтә фамилия ҡулланырға мөмкин. Республика парламентарийҙары тәүге уҡыуҙа Ғаилә кодексына үҙгәрештәр ҡабул итте.

Баланың фамилияһы ата-әсәләрҙең фамилияһы менән билдәләнергә тейеш. Ата-әсәнең фамилияһы төрлө булғанда уларҙың килешеүе буйынса балаға атаһының, әсәһенең йәки ата-әсәнең фамилияларын төрлө эҙмә-эҙлелектә бер-береһенә ҡушыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән икеләтә фамилия ҡушыла. Бер туған ағай-һеңлеләрҙең икеләтә фамилияһын булдырғанда ата-әсәнең фамилияларын ҡушыу тәртибен үҙгәртергә ярамай. Баланың икеләтә фамилияһын яҙғанда ул дефис менән тоташҡан ике һүҙҙән артмаҫҡа тейеш.

Төҙәтмәләр ата-әсәләргә баланың исемендә һандарҙы, хәреф-һан билдәләрен, символдарҙы һәм «дефис» билдәһенән тыш, хәреф булмаған билдәләрҙе, һүгенеү һүҙҙәрен, дәрәжә, вазифа, титул билдәләрен ҡулланыуҙы тыя.

Был нормалар федераль ҡануниәттә яҙылған. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары уларҙы төбәк кимәлендә нығытырға ҡарар итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть