Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин төбәктәрҙә комплекслы транспорт менән хеҙмәтләндереү пландарын индерергә ҡушты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Владимир Путин бөтә Рәсәй төбәктәрендә лә халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү комплекслы пландарын индерергә тәҡдим итте. Улар төбәктә транспорт хәрәкәтен сифатлыраҡ ойошторорға, айырым транспорт төрҙәрен үҫтереүгә өҫтөнлөк бирергә һәм ошо маҡсатҡа бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Был турала дәүләт башлығы уҙған көндәрҙә Ульяновскиҙа ҡала Советы ултырышында белдерҙе.

«Ағымдағы хәлде анализлау һәм пассажирҙарҙы ташыуҙа перпективалы ихтыяж иҫәбе, шулай уҡ бөтә транспорт төрҙәре буйынса аныҡ хеҙмәтләндереү стандарттары ошо пландарҙың нигеҙендә ятырға тейеш. Бындай стандарттарҙы Транспорт министрлығы әҙерләгәнен беләм, әммә әлегә улар мотлаҡ тип иҫәпләнмәй. Уларҙы пассажирҙар ташыу эшенең тап килергә тейеш минималь параметрҙар йыйылмаһы сифатында нигеҙ итеп алырға тәҡдим итәм», — тине Владимир Путин.

Дәүләт башлығы билдәләүенсә, заманса йәмәғәт транспорты пассажирҙар өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы булырға, расписание буйынса аныҡ билдәләнгән ваҡытта йөрөргә, ә уның туҡталыштары йәмәғәт транспорты менән ҡулланыусы байтаҡ граждандар өсөн йәйәү барырлыҡ ерҙә урынлашырға тейеш.

Президенттың һүҙҙәренсә, киләсәктә – урта ваҡытлы һәм алыҫ киләсәктә илебеҙҙә пассажирҙар ташыуҙың нисек үҫешеүен стартегик яҡтан күҙ алдына килтереү, ошо, шул иҫәптән, донъялағы сегментта һәм алдағы 10-15 йылда йәмәғәт транспортының үҫешеүен билдәләүсе ниндәй сегменттарҙың формалашыуын аңлау мөһим.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть