Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Роспотребнадзор Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһының үҫешен теркәгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы ауырыуының миҙгел үҫеше теркәлә, грипп теркәлмәгән. Ауырыу кимәле эпидемик сиктән түбән ҡала, тип хәбәр итә Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы.

Республикала грипҡа ҡаршы прививка кампанияһы алып барыла. Бөгөнгө көнгә республика халҡының 11 процентына: 453 092 кешегә (314, 3 мең өлкән кешегә һәм 138,2 мең балаға) грипҡа ҡаршы прививка яһалған. Шул иҫәптән эш биреүселәр иҫәбенә һәм үҙ аҡсаһына 498 кеше прививка эшләткән, ҡалғандары – федераль ҡаҙна иҫәбенә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть