Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Рәсәй-Башҡортостан радиоһы» тапшырыуы «Кавказ тауышы» бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»ның «Минең ауылым» тапшырыуы «Кавказ тауышы» бөтә Рәсәй радиофестивалендә еңеү яуланы, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы. «Минең ауылым» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы – Ғәлимйән Ибәтуллин.

Тапшырыу бына инде 10 йыл эфирға сыға. Унда республиканың агросәнәғәт комплексы, уның уңыштары һәм үҫеше, төбәктең үҙенсәлеге, ауыл тормошо, төрлө милләттәрҙең йолалары һәм халыҡ кәсептәре хаҡында һөйләнелә.

Конкурс сығарылышы башҡорт шәленә, Ишембай районының Ҡалыуайыры ауылы халҡына һәм республиканың «алмалы баш ҡалаһы» — Бөрө ҡалаһына арналған.

«Кавказ тауышы» VI бөтә Рәсәй радиофестивале еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 22 сентябрҙә Нальчикта (Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы) үтте. Фестиваль Чечен Республикаһының беренсе президенты, Рәсәй Геройы Әхмәд Ҡадировтың иҫтәлегенә арналған һәм алты йыл дауамында уҙғарыла. Былтыр «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»ның «Ҡояшлы ҡала» балалар редакцияһы тапшырыуҙарының береһе «Кавказ тауышы» лауреаты булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть