Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда донъя кимәлендәге курорт комплексы төҙөлә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Алдағы йылдарҙа Башҡортостанда донъя кимәлендәге курорт комплексы төҙөләсәк. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең «Здравницы» журналына биргән интервьюһында ошо хаҡта хәбәр итте.

Һүҙ әүҙем үҫешкән «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары» туристик кластеры хаҡында бара. Ул Белорет һәм Әбйәлил райондарындағы «Морат», «Абҙаҡ», «Яҡтыкүл» кеүек курорттарҙы, «Ассы» шифаханаһын, «Ар ташы» ял базаһын берләштерә.  

Төбәк етәксеһе тәүҙә кластер булдырыу буйынса эштәрҙең республика яғынан финанслау иҫәбенә тормошҡа ашырылғанын һөйләне. Ләкин хәҙер кластер бөтә Рәсәй программаһына ингән, тимәк, артабан ул федераль бюджет ярҙамында үҫешәсәк.

– Әле ошо эш барышында кластер биләмәһенә эшҡыуарҙар, инвесторҙар килә, объекттар төҙөй башланы ла инде, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бер нисә йылдан бында саңғы юлдарының сифаты, тау һырттарының төрлөлөгө, отелдәр һаны, йәйгеһен ял итә алыу мөмкинлеге буйынса донъялағы иң яҡшы тау курорттарынан ҡалышмаған заманса курорт комплексы буласаҡ, тип әйтә алам. Билдәле сәбәптәр буйынса Альп һәм Кавказ менән ярыша алмайбыҙ, беҙҙә тауҙар бейек түгел, ләкин барыһы ла лайыҡлы буласаҡ.

Интервьюның тулы тексы Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть